Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 10:35

"Ашығыс ярҙам" машинаһы һәләкәткә осрай

Кирсә Белорет – Учалы – Мейәс юлының 63-сө километрында ауырыуҙы алып китеп барған “Ашығыс ярҙам” машинаһы ауа. Ул юлын киҫеп сыҡҡан “текә” автомобиль арҡаһында һәләкәткә осрай, юлдан кюветҡа оса.

Юл тайғаҡ, ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре водителдәргә юлдарҙа иғтибарлы булырға саҡыра. Шуға ҡарамаҫтан, күҙенә аҡ-ҡара күренмәйсә сабыусы “шумахерҙар” күп шул. Мәҫәлән, кисә ана шундай ҡыуып йөрөүселәрҙең береһе арҡаһында Учалы ла саҡ фажиғә теркәлмәне. Белорет – Учалы – Мейәс юлының 63-сө километрында ауырыуҙы алып китеп барған “Ашығыс ярҙам” машинаһы ауа. Ул юлын киҫеп сыҡҡан “текә” автомобиль арҡаһында һәләкәткә осрай, юлдан кюветҡа оса. Ә бына юл ҡағиҙәһен боҙған “Джип” водителе һәләкәт урынынан ҡасҡан.

Эсендәге сирлене икенсе “Ашығыс ярҙам” менән дауаханаға алып китәләр.

ЮХХДИ-һының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, һәләк булыусылар юҡ, һәләкәт урынынан ҡасҡан водителде эҙләйҙәр.
Читайте нас: