Яйыҡ
-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
6 Ноябрь 2019, 18:09

Һөт автоматтан аға

Бала саҡтағы газлы һыу биргән автоматтар хыялда ғына ҡалды. Ә бына хәҙер ошондай автоматтар һөт һата башлаған икән. Бәләбәй ҡалаһында һөт һатыусы автомат ҡуйылған, тиҙәр.

Бәләбәй ҡалаһында фермерҙар килтергән һөттө һатыусы тәүге автомат ҡуйылды. Ул тәүлек әйләнәһенә эшләй. Русса атамаһын "молокомат" тип алғандар, ә беҙҙеңсә "һөтмат" буламы икән?


Нисек кенә булһа ла, булыуы яҡшы. Автоматта һөттөң бер литры 35 һум тора. Пластик һауытты үҙегеҙ менән алып килергә кәрәк, күрше генә киоскта һатыла ла икән.


Система даими рәүештә 4 градус температураны һаҡлай. Һәр һатылған һөттән һуң автомат йыуыла. Махсус картридж (әйткәндәй, ул 100 литрға иҫәпләнгән) көн һайын алмаштырыла, ҡалған һөт икенсе көнөнә һатылмай.


Киләһе йылға фермерҙар тағы бер автомат ҡуйырға күҙаллай.
Читайте нас в