Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 15:36

Африканец Учалынан өй һатып алған

Башҡорт ҡыҙы Зәлифә менән Африканан Эрнст, Өргөн ауылынан өй һатып алғандар.

Баймаҡ ҡыҙы Зәлифә Барлыбаева Башҡортостан юлдаш телевидениеһында продюсер булып эшләй. Һуңынан буласаҡ ире, Көньяҡ Африка гражданы Эрнст менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә танышып, кейәүгә сыға. Ике йыл ярым йәшәгәс, ире уны үҙенең тыуған иленә Көньяҡ Африкаға алып ҡайтып китә.


Шулай итеп, ханым Көньяҡ Африканың Претория ҡалаһында ҙур ғына ғаиләлә йәшәп ята.

“Баймаҡтағы ҡоролоҡҡа күнеккәс, Африка селләһе бер ни түгел”, – ти Зәлифә. Ире – хәлле кеше. Гектар-гектар ерҙәре, дүрт йорто бар. Кейәү Әмирлеккә киткәнгә тиклем фермер булған икән, йылҡы аҫраған. Зәлифә лә – атлы халыҡ ҡыҙы, Эрнстс та ат ярата булып сыға, тимәк. Ғаиләнең шулай уҡ дәү-дәү 15 эте бар. Улар Зәлифәне лә йыландарҙан, бабуиндарҙан һ.б. һаҡлай.


Ә йәйгеһен улар Учалы районында йәшәй икән. Эрнст Учалыбыҙҙың тәбиғәтен бик оҡшатып, Өргөн буйынан өй һатып алған. Йәй етһә, бәлки Өргөнгә барып, был ғаилә менән танышып ҡайтырбыҙ. Төбәгебеҙҙең тәбиғәте шәп шул, Африканың Африкаһынан килеп өй һатып алғастары.
Читайте нас: