Бөгөн Өфөнөң Еңеү паркында ғәҙәти булмаған акцияға башланғыс бирелде. Бында "Еңеү" марафоны старт алды. "Еңеү" республика марафоны штандарты график буйынса Борай районына бирелде. "Мәңгелек ут" символын иһә һыбайлы Ҡыҙыл армия һалдаттары тапшырҙы. Марафонда Учалы музыка һәм мәҙәниәт колледжының 3 курс студенты Таһир Танатов та ҡатнашты.