Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
7 Ноябрь 2019, 16:57

Иҫерек килеш йөрөгән

Учалы район суды 34 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Баҡтиһәң, был кеше иҫерек килеш руль артында йөрөргә яратҡан икән.

Учалы район суды 34 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарҙы. Баҡтиһәң, был кеше иҫерек килеш рул артында йөрөргә яратҡан икән. Быйыл июль айында эскән килеш районыбыҙҙың бер ауылында «ИЖ Юпитер 5» мотоциклында елдереп китеп барғанында, юл-патруль хеҙмәткәре туҡтата. Былтыр ҙа руль артында эскән килеш йөрөп тотолған булған икән, яуапҡа тарттырғандар, 60 мең һумлыҡ штраф сәпәгәндәр үҙенә. Әммә суд ҡарары менән билдәләнгән штрафты түләмәгән, ахырҙа, штрафын 60 сәғәтлек мәжбүри эштәр менән алыштырғандар.

Хөкөм ителеүсе тулыһынса ғәйебен таныған, ләкин һуң шул. Сөнки суд уны 5 айға иркенән мәхрүм иткән, колония-ултыраҡҡа оҙатыла һәм шулай уҡ ике йыл транспорт менән идара итеү хоҡуғынан мәхрүм ителгән.


Читайте нас: