Яйыҡ
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 18:15

Амурҙың дуҫы Тимур үлгән

Хәтерегеҙҙә булһа, 2015 йылда Приморье сафари-паркында Амур атамалы юлбарыҫ менән Тимур ҡушаматлы кәзә тәкәһе дуҫ­лашҡайны. Бөгөн ана шул билдәле кәзәнең йөрәге тибеүҙән туҡтағаны мәғлүм булды.

Хәтерегеҙҙә булһа, 2015 йылда Приморье сафари-паркында Амур атамалы юлбарыҫ менән Тимур ҡушаматлы кәзә тәкәһе дуҫ­лашҡайны.

Тарихы былай. Амур янына аҙна­һына ике тапҡыр тере кәзә, ҡуян, ҡабан ебәрәләр, сөнки йыртҡыс һунар итеп туҡланырға тейеш. Ә бына сираттағы ҡорбанын ул ашай алмай. Ул ваҡытта исемһеҙ генә кәзә тәкәһе януарҙан ҡурҡыу түгел, ҡаты ҡаршылаша. Һөжүмгә күсергә маташҡан юлбарыҫҡа мөгөҙҙәрен төбәп, аяуһыҙ яҙмышына күнергә ашыҡмай ул. Кәзә йылында кәзәгә бәхет йылмая – ахырҙа Амур уның батырлығын баһалап, тыныс­лыҡта ҡалдыра. Хайуандар бер-береһенә өйрәнеп, дуҫлашып китә. Парк директоры әйтеүенсә, бөтә донъяға билдәле кәзәнең йөрәге тибеүҙән туҡтаған.
Читайте нас: