Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
8 Ноябрь 2019, 17:48

Келәтендә мылтыҡтар һаҡлаған

63 йәшлек ирҙең өйөн тентегәндә бер ҡосаҡ ҡоралға юлығалар. Уға шулсама мылтыҡ нимәгә кәрәк булғандыр?

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының енәйәт тикшереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре Белоретта йәшәгән 63 йәшлек ирҙең өйөн тентегәндә ҡорал келәтенә юлыға.


Ведомствоның матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, патрондары булған дүрт мылтыҡ һәм төҙөлөшө үҙгәртелгән алты һунар мылтығы, өс патрон табыла. Хужаның уларға рөхсәте булһа ла, енәйәт эше ҡуҙғатылған, сөнки ҡоралдың конструкцияһын үҙгәртеү закон менән (Рәсәй Енәйәт кодексының 222-се статьяһы) тыйыла.


Әле республикала “Ҡоралыңды тапшыр” акцияһы бара. Уны үҙ теләге менән тапшырғандарға аҡса түләү ҡаралған. Мәҫәлән, автомат өсөн – 20 мең һум, винтовка йәки карабин өсөн – 15 мең һум, пистолет йәки револьер өсөн 10 мең һум бирелә. Шулай уҡ үҙ теләге менән ҡорал тапшырғандар яуаплылыҡҡа тарттырылмай.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: