Учалы районында 13 ғинуар иртәһендә теркәлгән фажиғәне бөгөн дә оноторлоҡ түгел. Ҡот осҡос енәйәт Учалы ауылында теркәлде. Ир кеше ҡатыны менән бәхәсләшкәндән һуң ҡулына һунар мылтығы ала. Ярҙам һорап күршеләренә йүгергән ҡатыны эҙенән сығып ул ауылдаштарының ғүмерен ҡыя. Фажиғәнең бер ғәйепһеҙ ҡорбандарының береһе Гөлсиә Хилажева. Халыҡ араһында ул Учалы һандуғасы исеме менән танылып өлгөргән һәләтле башҡарыусы. Ҡоторған ире Гөлсиә Хилажеваның ғүмерен ҡыйғандан һуң бисара ҡатын тәртип һаҡлау хеҙмәткәре, полиция майоры Рәфис Нурмөхәмәтовтың йортонда һыйыныу эҙләй. Ир яраланған ҡатынды өйөндә йәшерә, аңы томаланған ирҙе тынысландырырға тырыша (ошо арала ғаиләһен дә йәшереп өлгөрә, үҙенең ғүмерен биреп яҡындарын ҡотҡарып ҡала). Әммә енәйәттә ғәйепләнеүсе тәҙрәне ватып эскә үтеп инә һәм йорт хужаһын үлемесле яралай.