Бала саҡта ашаған туңдырманың тәме әле лә тел осонда тора. Бөгөн, беҙ, ана шул бала саҡҡа ҡайтып урарға булдыҡ. Өйҙә туңдырма яһайбыҙ, эй тәмле килеп сыға.
500 мл 33% процентлыҡ һөт (сливки), 200 гр сгущенка, йәғни һауыттағының яртыһы, 2 гр ванилин.
Сливкиға ванилин һалып миксер менән болғайбыҙ, ҡуйырғас уға сгущенка һалып тағы бер аҙ болғатабыҙ. Килеп сыҡҡан әҙер массаны контейнерҙарға тултырып морозильникка ҡуябыҙ.