1 баш кәбеҫтә, 2 кишер, 1 бәләкәй сөгөлдөр, 4-5 һарымһаҡ теше, борос, 1лавр япрағы.
Рассол өсөн 1 литр һыу, 3 аш ҡаалғы тоҙ, 1 стакан шәкәр, 1/2 стак. 9% уксус, 1/2 стакан үҫемлек майы.
Иң тәүҙә өс литрлыҡ банка алабыҙ, уның төбөнә телгеләп һарымһаҡтарҙы, тәмләткестәрҙе һалабыҙ. Кәбеҫтәне турайбыҙ. Кишерҙе, сөгөлдөрҙө, ҡалған һарымһаҡтарҙы терка аша үткәрәбеҙ. Йәшелсәләрҙе ҡатлап банкаға тығыҙлап тултырабыҙ. 3 литрға 1 литр рассол кәрәк. Кәбеҫтәләрҙе тултырып бөткәс, ҡайнар рассол өҫтөнә һалабыҙ. Капрон ҡапҡас менән банканы ҡаплап, берәй һауытҡа әйләндереп ҡуябыҙ (тәрилкәгә, кәстрүлгә һ.б). 1 тәүлек тоторға кәрәк, тоҙло кәбеҫтә әҙер. Боҙолмаһын өсөн һалҡын урында һаҡлағыҙ.
Рецепт авторы Динә Маннапова