Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Ноябрь 2019, 12:05

Картала Мостай Кәримдең шиғыры

«Ҡырым ваҡыты» арт-объектында кәрәҙле бал, милли тирмә, ҡурай сәскәһе менән бергә Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырынан өҙөк тә бар.

Симферополдә «Ҡырым ваҡыты» арт-объекты — Рәсәй картаһы рәүешендә металдан художестволы композиция барлыҡҡа килде. Уны асыу тантанаһы Халыҡтар берҙәмлеге көнөндә — Бөтә Рәсәй тимерселәр фестивалендә уҙҙы. Был хаҡта Мостай Кәрим исемендәге фондтан хәбәр иттеләр.


Картала Башҡортостан да бар. Республикабыҙҙы кәрәҙле бал, милли тирмә, ҡурай сәскәһе һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең «Ҡайын япрағы тураһында» шиғырынан өҙөк символлаштыра.


Картаның ҙурлығы — 10х4 метр, ауырлығы — 15 тонна. Яңы арт-объектты йыл буйына тотош илдән 300-гә яҡын тимерсе эшләгән. Һәр береһе Ҡырымға композиция өсөн үҙ фрагментын һәм төбәктәренең сүкеп яһалған символдарын алып килгән. Картала Мәскәүҙе — Кремль, Санкт-Петербургты карап символлаштыра.


Карта эшләү башланғысын Ҡырым Республикаһы хөкүмәте һәм Санкт-Петербург хакимиәте булышлығында Тимерселәрҙең ижади союзы, Санкт-Петербургтың һәм Төньяҡ-Көнбайыш төбәктең Тимерселәр һәм металл буйынса рәссамдар гильдияһы индергән.

Читайте нас: