Златоуст эргәһендә М-5 трассаһында алыҫ араға йөрөүсе ауыр йөк машинаһы водителе руль артында үлгән. Уға 37 йәш була. Ул "Агро-Авто" компанияһының ("Пятерочка", "Перекресток", "Карусель" һатыу селтәрҙәрен үҙ эсенә алған "X5 Retail" компанияһы менән хеҙмәттәшлек итә) машинаһы менән Өфөнән Силәбегә китеп барған булған.
Алдан фаразлауҙар буйынса, руль артындағы водителдең йөрәк өйәнәге тота. Ул туҡтап, "Ашығыс ярҙам" саҡырта, әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, медиктар ирҙе ҡотҡарып өлгөрмәй, ул шул урында йән бирә.