Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
9 Ноябрь 2019, 09:31

йәшенеү өсөн идеаль урын – ташландыҡ "Рыбнадзор" биләмәһе

СИЗО-ла эшләп йөрөгән ҡатын ике балаһы менән юғалған ирҙең ҡайҙалығы тураһында беләм, тип мөрәжәғәт иткән.

Республика интернет баҫмаларының береһенә бер кеше ике балаһы менән юғалған ирҙең ҡайҙалығы тураһында беләм, тип мөрәжәғәт иткән. СИЗО-ла эшләп йөрөгән ҡатын уларҙың ҡайҙалығын күҙаллауы менән уртаҡлашҡан. Уныңса, йәшенеү өсөн идеаль урын – ташландыҡ "Рыбнадзор" биләмәһе. Ул Ташкисеү күпере янынан йыраҡ түгел ерҙә урынлашҡан.
Ҡатындың фекеренсә, унда ике ташландыҡ будка бар. Артем менән уның ике улының шунда йәшенеп ятыуы ихтимал. Ул ошо күҙаллауы менән полицияға мөрәжәғәт итеп, тикшертмәксе.
Артем һәм уның малайҙарының юҡ булыуына ике аҙна тула. Яңылыҡтар юҡ, тик эҙләү туҡталмай. Хәҙер Ҡариҙелдән генә түгел, Ағиҙелдән дә эҙләй башланылар.
Был ғаиләнең фажиғәһе республика халҡын битараф ҡалдырманы. Ирекмәндәр ҙә эҙләшә, махсус хеҙмәттәр ҙә әүҙем эшләй. Күрәҙәселәр ҙә килеп ҡыҫылды хатта. Тик улар, ғаилә был донъяла юҡ инде, тип һанай.
Ә был ҡатынға килгәндә, ул үҙе СИЗО-ла эшләй һәм тойомлауы көслө тип белдерә.
"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: