Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
10 Ноябрь 2019, 06:00

Өҫтәренә ер ишелә

Кисә Учалы ауылында фажиғә теркәлде. Траншеяның стеналары ишелеп өс кеше ер өйөмө аҫтында ҡала, береһе һәләк була.

Кисә Учалы ауылында фажиғә теркәлде. Эшселәр ике метр тәрәнлектә ҡаҙылған траншеяла эш менән булғанда, траншеяның стеналары ишелә, бер нисә кеше ер өйөмө аҫтында ҡала. Ике эшсене ҡотҡаралар, уларҙың береһенә 31 икенсеһенә 39 йәш. Берәүһенең аяғы һына. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы өсөнсөһөн, 38 йәшлеген ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр, ул һәләк була, тип мәғлүмәт бирә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы. Фажиғә урынында медиктар, ҡотҡарыусылар эшләй. Фажиғәнең сәбәптәре асыҡлана.
Читайте нас: