Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 12:19

Хәләл түгел йомортҡа буламы?

Аҙыҡ-түлек магазиндарында йыш ҡына “яйцо халяль” тип яҙылған этикетканы күреп ҡалғылайым. Шундай мәлдәрҙә: “Хәләл түгел йомортҡа буламы икән?” – тигән һорау һәр саҡ килеп тыуа.

Йыл да, һуғым һуйыу мәле яҡынлашып килеү менән, иң беренсе нәүбәттә “хәләл” һәм “хәрәм” төшөнсәләре хаҡында айырыуса уйлана башлайым. Ифрат та етди булған ошо нәмәләр хаҡында уйланыу ғына түгел, мосолман кешегә быны аныҡ белеү фарыз. Аҙыҡ-түлек магазиндарында йыш ҡына “яйцо халяль” тип яҙылған этикетканы күреп ҡалғылайым. Шундай мәлдәрҙә: “Хәләл түгел йомортҡа буламы икән?” – тигән һорау һәр саҡ килеп тыуа... Бәлки, бындай нәмәләргә кемдер иғтибар ҙа итмәйҙер. Яҡташтарыбыҙҙың хәләл ашамлыҡтар ҡулланырға тырышыуы, әлбиттә, бик яҡшы. Әммә күптәребеҙ хәрәм менән хәләлдең айырмаһын аңлап етмәй. “Хәләлә” тигән һүҙ ғәрәпсәнән “рөхсәт итеү” (руссаһы – разрешать) тип тәржемәләнә, ә “хәрамә” – тыйыу (запрещать). Ошо хаҡта һүҙ барғанда, әлбиттә, Аллаһы Тәғәлә тарафынан рөхсәт ителгән йәиһә тыйылған нәмәләр күҙ уңында тотола. Изге Ҡөрьәндә Раббыбыҙ хәмер эсеүҙе, сусҡа һәм үләкһә итен ашауҙы, ҡан эсеүҙе хәрәм ҡылған, йәғни ҡәтғи тыйған. Ә инде төрлө йомортҡа, һөт, үҫемлек продукттары хәрәм тип һаналмай. Шулай уҡ балыҡтың да бөтә төрө хәләл. Шуға күрә магазиндан икмәк, макарон йәки ниндәйҙер ярма алғанда, былар хәләлме икән, тигән икеләнеү һис булырға тейеш түгел. Башта әйтелгәнсә, “хәләл йоморт¬ҡа” тип яҙмаһалар ҙа, беҙ уның һәр саҡ хәләл икәнен беләйек.


Ә инде ит мәсьәләһенә килгәндә, быға ифрат та етди ҡарау кәрәк. Һыйырҙыҡы, йылҡы йәиһә һарыҡтыҡы булыуы ғына иттең хәләллеген аңлатмай. Шәриғәт ҡанундары буйынса, мосолман кеше тарафынан, “бисмиллә” тип әйтеп боғаҙланған малдың ите генә хәләл. Шуға күрә мосолмандарҙың иткә тәғәйенләнгән хайуанын үҙе йәки үҙҙәре белгән башҡа берәй мосолман кешеһенән салдырырға тырышыуы – дөрөҫ. Үкенескә күрә, күптәребеҙ үҙенең ҡыш буйы ашаясаҡ “һуғымлығын” кем салғанын да белмәй. Ниндәйҙер берәй ауылға заказ биреп, һуйылған әҙер итте генә барып алыуҙы хуп күрә бәғзеләр. Әммә үҙен мосолман тип һанаған һәр кем был мәсьәләлә битараф булырға тейеш түгел.

Хәлил ҒӘЛИӘХМӘТОВ.
Читайте нас: