Ирҙең һүҙҙәренә ҡарағанда, ул иҫерек булған. Мәсет янынан үтеп барғанда, ишектең асыҡ икәнен күргән. Эстә ҡараңғы булғас, ул имамды эҙләйем тип, шырпы тоҡандыра. Әммә бер кемде лә тапмағас, шырпыһын ташлап, мәсеттән сығып китә. Ошо арҡала янғын сыға. Ир ҡылған ғәмәле өсөн үкенә (айнығас бөтәһе лә шулай, тәүбәгә килгән була шул ). Иман йортона килтерелгән зыян иҫәпләнә.