Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 12:23

Һуғым ризыҡҡа яҙһын

-Һуғымға атымды һимертәм, тип 8 мең һумға бер тонна һоло һатып алдым. Аттар йәй әйләнәһенә көтөүҙә йөрөйҙәр, уларға айына 500 һум түләйһең, йылына 5-6 мең һум килеп сыға. Көтөүсеһенә ер өсөн аренда хаҡы – 1000 һум, укол-фәләне, ҡан алдырыуы – 1000-2000 һум (етмәһә, былтыр бруцеллез сире ныҡ хафаға һалды, ике аҙна һайын ҡан алдылар). Күреүегеҙсә, һанай башлаһаң, үҙе бер баш ат хаҡына барып баҫа, - ти ул.Нимә тиһәк тә, ауыл кешеһе мал-тыуарһыҙ йәшәй алмай, ярай ҙа ыҙалап, ете ҡат тиреңде сығарып үҫтергән малыңды һимертеп, иҫән-һау ашарға яҙһа. Әммә, ҡайһы ваҡыт, хәләл малың ризыҡҡа ла яҙмауы ихтимал. Айырыуса көҙ айҙарында, көтөү туҡтағас юғалалар.

Көҙ айы муллыҡҡа, бәрәкәткә бай мәл. Баҫыу-ҡырҙарҙан, баҡса-түтәлдәрҙән уңыш йыйып алынған, бесән бөткән. Ҡар яуыу менән ҡаҙ өмәләре башланды, уңғандары алдан уҡ ҡош-ҡортон йолҡоп, туңдырғысҡа һалып ҡуйҙы. Оҙаҡламай һуғым осоро башланасаҡ. Мал-тыуар ҡырҙан ҡайтып, ҡураларға һимертергә ябылған. Әммә һуңғы арала кешеләрҙән мал аҫрауҙың бер ниндәй ҙә файҙаһы юҡ, тигәнде йыш ишетергә тура килә. Ни өсөн? Ахырҙа, ауылда йәшәгән таныш-белештәрҙән һорашып ошо һорауға яуап табып ҡарарға булдыҡ. Юғиһә, ауылда йәшәүселәр тәбиғи ризыҡ ашай, ите-һөтө үҙенеке, һатып алмай, тигән һүҙҙәрҙе лә йыш ишетергә күнеккәнбеҙ. Ә ауылда йәшәүселәр иһә, мал аҫрауға киткән сығымдар үҙен аҡламай, тигән фекерҙә. Тәүҙә малды ашатыуға киткән сығымдарға туҡталайыҡ, тәүгеһе, әлбиттә, бесән инде.

Халыҡ бесәнен бөттө, тиһәк тә, быйылғы насар һауа торошо ауыл халҡына яҡшылап ҡышҡылыҡҡа бесән менән запасланып ҡалырға форсат бирмәне. Ҡайһы берәүҙәр ҡара көҙгә тиклем бесән эшләү менән мәшғүл булды, әле лә ташыйҙар). Етмәһә, бер туҡтауһыҙ яуған ямғырҙар үләндең бәрәкәтен ебәргән. Бер ағайҙың зарланып һөйләгәне: “Яҙ насар килде, тәүҙә яуым-төшөм булмай ыҙалатты. Үлән сыҡмаҫ инде, тип бик көйәләнгәйнем, ярай ҙа һуңынан яуып, тиҙ күтәрелде. Былай булғас, бесәнһеҙ ҡалмаҫбыҙ, тип ҡыуанғайныҡ. Әммә тағы ла шул ҡойма ямғырҙары үләнгә бешергә мөмкинлек бирмәне, халыҡ сабырға төшкәс, беҙ ҙә ятып ҡалмайыҡ, тип ҡуҙғалдыҡ. Үҙебеҙ олоғайғанбыҙ, күҙ терәп торғаныбыҙ балалар. Бесәнде лә улар килеп эшләшмәһә, эшләргә хәлдән килмәй. Ялдарына тура килтереп ике кәбәнде тиҙ генә өйөп ҡуйҙыҡ. Иртәгәһенә ямғыр башланды, әллә ике аҙна туҡтамай яуҙы. Кәбәндәргә һыу үтте, тип уйлағайным, ысынлап та шулай булды. Барып ҡараһам, еүешләнем ултыра. Ахырҙа, трактор яллап, кире ҡутарып өйөргә тура килде (тракторсыһына 1500 һум түләнек). Бесәндәрҙе килтергәнсе күңел тыныс ине. Алып ҡайтҡас, ни күрәм, берәүһе дуғаланған, йәғни һыу үткәне күренеп тора. Ҡутара башалғайныҡ, яртыһы ҡарайып тиреҫкә әйләнгән, сығарып түктек. Ҡалғанынан күк еҫе аңҡый, киптереп, таҙартып ашатабыҙ. Быйыл, баҡтиһәң, күптәр шулай ыҙалай икән. Киләһе йылға малды бөтөрөргә уйлайбыҙ, балалар ҙа риза. Әбей менән икебеҙгә ҡыш буйы бер бот һатып алһаҡ, баштан ашып етә, - тип аһ-зарын һөйләне.

Артабан, фуражға туҡталайыҡ. Быйыл уға ла хаҡ ярайһы күтәрелгән. Бойҙай – 10-12 һум, һоло – 7-8 һумға менгән. Ямғырлы йылда уныһының да сифаты яҡшынан түгел, дымлы, тиҙәр.

Тағы бер танышымдың һөйләгәндәренән:

-Һуғымға атымды һимертәм, тип 8 мең һумға бер тонна һоло һатып алдым. Аттар йәй әйләнәһенә көтөүҙә йөрөйҙәр, уларға айына 500 һум түләйһең, йылына 5-6 мең һум килеп сыға. Көтөүсеһенә ер өсөн аренда хаҡы – 1000 һум, укол-фәләне, ҡан алдырыуы – 1000-2000 һум (етмәһә, былтыр бруцеллез сире ныҡ хафаға һалды, ике аҙна һайын ҡан алдылар). Күреүегеҙсә, һанай башлаһаң, үҙе бер баш ат хаҡына барып баҫа, - ти ул.

Нимә тиһәк тә, ауыл кешеһе мал-тыуарһыҙ йәшәй алмай, ярай ҙа ыҙалап, ете ҡат тиреңде сығарып үҫтергән малыңды һимертеп, иҫән-һау ашарға яҙһа. Әммә, ҡайһы ваҡыт, хәләл малың ризыҡҡа ла яҙмауы ихтимал. Айырыуса көҙ айҙарында, көтөү туҡтағас юғалалар.

-Ике йыл элек ҡырға ҡыуған ерҙән ике башмағыбыҙ ҡайтманы, күпме эҙләһәк тә таба алманыҡ. Мал ҡараҡтары Алланан да, бәндәнән дә ҡурҡмайҙар. Харам ризыҡлы булып, нисек йәшәйҙәрҙер, ундайҙарҙы нисек ер күтәрәлер. Сит кешенең эше түгел, үҙебеҙҙең ауылдың кешеһе ошондай ҡара эштәр ҡылып ятҡанын беләбеҙ. Енәйәт урынында тотолмағас, бер нисек тә дәғүәбеҙҙе белдерә алмайбыҙ. Полицияға ла яҙып бирҙек, улары малдарығыҙҙы ҡарауһыҙ йөрөтмәгеҙ, тине лә ҡуйҙы, - тип бәйән итте күҙ йәштәренә мансылып гәзит уҡыусыбыҙ, Исемен дә күрһәтмәүҙе һораны. Ул кешенең йортобоҙҙо килеп үртәп китеүе бар, тип хафалана

Ысынлап та, апайҙың һүҙҙәрендә дөрөҫлөк бар. Йыл һайын кешеләрҙең малы юғалып тора, хатта көтөүе менән ҡыуып алып китәләр, эҙе лә юҡ, таба ла алмайҙар. Беҙгә Силәбе өлкәһе яҡын, Ҡаҙағстан да терәлеп ята. Күп осраҡта малдар шул яҡҡа “аяҡлана”. Кешеләрҙең үҙенең хәләл малының файҙаһын да күрә алмауы аяныс.

Һуғым мәле етә, һәр ғаиләгә хәләл көсө менән ҡарап үҫтергән малдарының ризыҡтарына яҙыуын теләйек.

Нурия ШӘРИПОВА.
Читайте нас: