Яйыҡ
-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
11 Ноябрь 2019, 16:32

Юлға сыҡмай тороғоҙ

Иғтибарлы булығыҙ, синоптиктар республикала һауа торошоноң боҙолоуын хәбәр итә. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә, юлдарҙа томан, боҙлауыҡ. Алыҫ сәфәрҙәрегеҙҙе кисектереп тороғоҙ.

Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы республикала йәшәүселәрҙе ҡатмарлы һауа шарттары тураһында иҫкәртә. Синоптиктар мәғлүмәттәре буйынса, 11 ноябрҙә киске сәғәт 8-ҙән 12 ноябргә киске 8-гә тиклем аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Урыны менән быҫҡаҡлап ямғыр һәм ҡар яуа, боҙлауыҡ, томан, автомобиль юлдарының айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метрға етә. Һауа температураһы төндә 0,-5 градус, аяҙытҡанда -10-ға тиклем, көндөҙ -1,+4.


Юлдарҙың айырым участкаларында томан ваҡытында 500 метрҙан күреү мөмкинлеге насарая.


Өфөлә аяҙлы-болотло һауа торошо көтөлә. Яуым-төшөмһөҙ, урыны менән томан, боҙлауыҡ, төндә һәм иртән юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан, тиҙлеге секундына 5-10 метр. Һауа температураһы төндә -1,-3, көндөҙ +1,+3 градус.

Читайте нас: