Быйыл «Ауыл табибы» федераль программаһы буйынса Башҡортостандың 99 табибына — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум тапшырыла. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Кононова һүҙҙәренсә, түләүҙәр 15 ноябргә тиклем тамамлана. Тағы 72 фельдшерға «Ауыл табибы» республика программаһы буйынса 500 мең һум түләнә.