Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 08:36

Бысаҡ ҡаҙаған

Ай тулған көн бөгөн, йәмәғәт..... Әллә шуның йоғонтоһо инде. Учалыла бер ир иптәшенең эсенә ҡаҙай.

Ай тулған көн бөгөн, йәмәғәт.....


Һуңғы арала хәүеф-хәтәр йышайып китте түгелме? БР буйынса эске эштәр министрлығынан Учалылағы сираттағы насар ваҡиға тураһында хәбәр иттеләр.


24 йәшлек йәш ир ҡунаҡҡа ике иптәшен саҡыра. Эсәләр. Эскән ерҙә талаш ҡубыуы көтөлмәгән хәл түгел инде! Шул саҡ хужа өҫтәлдән бысаҡ ала ла, 23 йәшлек иптәшенең эсенә ҡаҙай. Ярар ҙа, шундуҡ аңына килеп, "Ашығыс ярҙам" саҡыра, яраланған граждан дауаханаға илтелә.


Әйткәндәй, ҡыҙыу хужа быға тиклем дә хөкөмгә тарттырылған, тип хәбәр ителде.


....Ай тулған ваҡыт, был саҡ психик йәһәттән бушағыраҡ кешеләрҙең тамам ҡыйығы китеүе ихтимал. Шуға ла барыбыҙ ҙа үҙебеҙҙе айырыуса тыйнаҡ, сабыр һәм тәртипле тотоу зарур, туғандар!
Читайте нас: