Яйыҡ
-19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
12 Ноябрь 2019, 17:22

Ташлама менән путевка

Пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар.

3 ноябрҙә Башҡортостанда пенсионерҙарға һәм инвалидтарға туристик юлламалар хаҡының бер өлөшөн түләү өсөн сертификаттар тапшыра башлайҙар. Бөйөк Ватан һуғышы ҡатнашыусылары һәм инвалидтары юлламалар менән сираттан тыш тәьмин ителә, тип билдәләнеләр республиканың халыҡҡа социаль ярҙам үҙәгендә.


Йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда бөтәһе 1,5 мең самаһы кешене юлламалар тәьмин итеү күҙаллана. Республикала йәшәгән һәм пенсияһына социаль өҫтәмә алған пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың сертификат алыуға хоҡуғы бар.



«Эксперт советы Башҡортостан һәм Рәсәй маршруттары буйлап пенсионерҙар һәм инвалидтар өсөн 131 тур һайлап алды. Быйылға социаль турҙар исемлеге менән Социаль туризм порталында танышырға мөмкин», — тип өҫтәнеләр республиканың социаль ярҙам үҙәгендә.

Сертификаттар Башҡортостан Республикаһы Халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалдарында, шулай уҡ «Ғаилә» республика ресурс үҙәгендә һәм уның филиалдарында бирелә.

Читайте нас в