Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
13 Ноябрь 2019, 16:53

Ауылда йәшәһәң эш көнөң ҡыҫҡара

Рәсәй президенты Владимир Путин ауыл ерендә эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнө тураһында законға ҡул ҡуйҙы. Документтың тексы шишәмбе рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.

Закон ауылда йәшәгән һәм эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ҡыҫҡартылған эш көнөн күҙ уңында тота. Ул аҙнаһына 36 сәғәттән артырға тейеш түгел, эш хаҡы ла һаҡлана.

Документ шулай уҡ, әгәр хеҙмәт шарттары буйынса эш көнө өлөштәргә бүленгән булһа, ауыл ерендәге ҡатын-ҡыҙҙарҙың арттырылған түләүгә хоҡуғын гарантиялай.

ТАСС хәбәр итеүенсә, был льгота әлегә тиклем РСФСР Юғары Советының 1990 йылғы ҡарары менән регламентланған. Дәүләт Думаһы законды ҡабул иткәнсе, ауыл ҡатын-ҡыҙҙарының ҡыҫҡартылған эш көнөнә хоҡуғы федераль закон менән нығытылмағайны.

Читайте нас: