Ике балаһы менән юғалған Мазовты эҙләүҙәренә өс аҙна була, әммә әлегә күңелде йыуатырлыҡ бер хәбәр ҙә юҡ. Сит кешеләрҙә Эльмираның ҡайғыһына битараф түгел, урамда йөрөгәндә Мазовтарға оҡшаған кешеләрҙе күреп, шундуҡ фотоларын әсәгә ебәрәләр. Үҙе лә бер ни эшләй алмай. Эльмира эҙләү барышы, яңылыҡтар тураһында көн һайын “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге сәхифәһендә уртаҡлашып тора. Бөгөн иртән дә ул балаларының һәм иренең асыҡ күренгән, яңыраҡ фотоларын һалған.
“Яңылыҡтар юҡ, эҙләү дауам итә. Кем дә кем уларҙы күрһә, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Ярҙам өсөн бөтәгеҙгә лә ҙур рәхмәт! Таныу өсөн асығыраҡ фотолар һалам”, – тип яҙа ул.
Түҙемлек һәм сабырлыҡ, һиңә Эльмира.