Тағы күңелһеҙ хәбәр килеп етте: Амур өлкәһенең Благовещенск ҡалаһында Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы колледжында белем алыусы 19 йәшлек студент ни сәбәптәндер тиҫтерҙәренә мылтыҡтан атҡан һәм һуңынан үҙен-үҙе үлтергән.
Ике кешенең ғүмере өҙөлгән, өс студент йәрәхәтләнгән, тип хәбәр итә Тәфтиш комитеты. Тикшереү бара.
Билдәле булыуынса, былтыр ошоға оҡшаш фажиғә Керчь ҡалаһында булғайны. Унда 21 кешенең ғүмере өҙөлдө.