Әхмәтханов Артур Фәрүәз улы (15 ноябрь 1962 йыл - 14 май 2019 йыл - дәүләт эшмәкәре һәм эске хеҙмәт ветераны. 2018 йылдың 22 октябренән Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры. Полиция генерал-лейтенанты. IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены һәм II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы кавалеры, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы.
Артур Фәрүәз улы Әхмәтханов 1962 йылдың 15 ноябрендә Башҡорт АССР-ы Салауат районының Торналы ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң үҙаллы хеҙмәт эшмәкәрлеген урындағы Торналы совхозында балта оҫтаһы булып башлай.
1981-1983 йылдарҙа саҡырыу буйынса СССР Ҡораллы Көстәрендә хәрби хеҙмәттә була.
1985 йылда эске эштәр органдарына хеҙмәткә ҡабул ителә һәм Өфө ҡалаһының район эске эштәр бүлегенең береһендә уголовный розыск оперуполномоченныйы итеп тәғәйенләнә. 1991 йылда Өфө районы эске эштәр бүлегенең криминал хеҙмәтен, 1994 йылдан - Өфө ҡалаһы Орджоникидзе районы эске эштәр идаралығын етәкләй.
Төп хеҙмәтенән айырылмай, 1993 йылда «юрист-хоҡуҡ белгесе» һөнәре буйынса Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетын, һуңыраҡ Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығының Идара итеү академияһын уңышлы тамамлай.
1999 йылдың декабрендә Артур Әхмәтханов Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы идаралығы етәксеһе итеп тәғәйенләнә һәм был вазифаны 2005 йылға тиклем башҡара.
Артабан, 2005-2008 йылдарҙа Башҡортостандың эске эштәр министры урынбаҫары - йәмәғәт именлеге милицияһы хеҙмәте начальнигы булып эшләй.
2008 йылда Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән Төньяҡ Осетия - Алания Республикаһының эске эштәр министры итеп тәғәйенләнә һәм был яуаплы вазифала 2015 йылдың 11 декабренә тиклем эшләй.
2016—2018 йылдарҙа полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов — Волга буйы округының Милли гвардия ғәскәрҙәре командующийының ведомствонан тыш һаҡлауҙы һәм лицензия-рөхсәт эшен ойоштороу буйынса урынбаҫары.
2018 йылдың 22 октябрендә Башҡортостан Республикаһы Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Артур Әхмәтхановты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең вице-премьеры итеп тәғәйенләне.
2019 йылдың 14 майында Артур Әхмәтханов ҡапыл вафат булды.