Көндәр һалҡынайта, тимәк, һыуыҡ үткәреп сирләүселәр һаны ла арта тигән һүҙ. Әлеге ваҡытта Башҡортостанда 16 мең 376 сирле теркәлгән, тип белдерҙеләр. Әлегә күрһәткес эпидемик сиктән түбән.
Белгестәр вакцина эшләтергә айырыуса баҫым яһай. Был миҙгелдә республика халҡының 45 процентына прививка яһау күҙаллана, улар араһында 418 мең бала, 1,3 миллион өлкән кеше һәм ике мең йөклө ҡатын-ҡыҙ бар.
8 ноябргә республикала йәшәүселәрҙең 30 процентына, шул иҫәптән прививкаларҙың милли календары сиктәрендә 1 миллион 127 мең кешегә прививка яһалған. 75 меңдән ашыуы үҙ аҡсаһына прививка эшләткән.
Сирҙең көсәйеүен йылдың тәүге декадаһында, ғинуарҙан мартҡа тиклем көтөргә кәрәк, ти белгестәр.
Алдағы аҙнала көндәрҙең айырыуса һалҡынайтыуы көтөлә, йылы кейенеп, имен генә йөрөгөҙ, дуҫтар!
http://www.bashinform.ru/news/1378573-v-rospotrebnadz..