Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
15 Ноябрь 2019, 11:15

Рәмил Шәмсетдинов кемдәрҙе атып үлтергән

Рәмил Шәмсетдинов атып үлтергән һигеҙ хеҙмәттәшенең исемдәре, уларҙың кем булыуҙары мәғлүм булды. Бына уларҙың исемдәре сайтта бирелгән

Рәмил Шәмсетдинов атып үлтергән һигеҙ хеҙмәттәшенең исемдәре, уларҙың кем булыуҙары мәғлүм булды. Юғиһә, матбуғатта улар туаһында - “бабай” булғандар, йәштәрҙе рәнйеткәндәр, туҡмағандар һәм башҡа насар һүҙҙәр генә ишетелә. Шулай итеп, бына улар.


Ул көн дежур сменаның командиры 30 йәшлек капитан Владимир Евсеев булған. Ул Серпуховтағы хәрби академияны тамамлаған. Тол ҡалған ҡатыны Анна белдереүенсә, уның вазифа бурыстарына личный состав менән эшләү инмәгән. Шуға күрә Владимирҙың “бабайсылыҡ"ҡа бер ҡағылышы ла булмаған. Капитандың өс йәшлек ҡыҙы хәҙер атайһыҙ үҫәсәк.

Бөтә илгә “танылған” 29 йәшлек өлкән лейтенант Данил Пьянков күп балалы ғаиләлә үҫкән һәм һуңғы йылдарҙа уларҙың берҙән-бер ҡараусыһы булған, тиҙәр. Бәләкәй саҡтан хәрби булырға хыялланған, шуға тәүҙә Нахимов хәрби-диңгеҙ училищеһында, уны тамамлағас, Хәрби-инженер институтында белем алған. Читаға билдәләү буйынса эләгә, яңыраҡ өйләнгән булған.

Сержант Роман Ковалев та армияға күңел ҡушыуы буйынса китә. Был тормошондағы өсөнсө контракт була, ул тамамланғас, егет хәрби карьераһын дауам итергә йыйына. Ҡатыны һәм өс йәшлек ҡыҙы ҡалған. Ефрейтор Алексей Андреевты ла кәләше һәм ата-әсәһе башҡа күрмәйәсәк. Оператив эш итеү төркөмө командиры ауыр йәрәхәт ала, һәм госпиталдә ғүмере өҙөлә. Уға 19 йәш була.


21 йәшлек Артем Никишин өсөн был ҡанлы наряд һуңғыһы булырға тейеш булған. Иртәгәһенә уны демобилизация көтә лә бит, тик... Артемдан һуң күп тә тормай Анатолий Куропов та ҡайтып китергә йыйына. Алтай крайынан килгән егет ул көндө ашҡынып көтә, сөнки ата-әсәһенә уның ярҙамы талап ителә. Баҡһаң, яңыраҡ ҡына ауыр сирҙән уның апаһы үлеп ҡалған булған.


Рядовой Андрей Покотило армияға техникумды тамамлағас саҡырыла. Уның да хеҙмәт ваҡыты бөтөп килгән, ике аҙнанан ҡайтып китергә йыйынған.


Тағы ла бер һалдат Егор Богомолов әсәһенең берҙән-бер улы булған. Политехник техникумды уңышлы тамамлап, хеҙмәт итергә китә. Уға ла ҡайтып китеү өсөн бер нисә аҙна ғына ваҡыт ҡала.

"Башҡортостан" гәзите




Читайте нас: