Әлеге ваҡытта икенсе йәки артабанғы балалары тыуған йә иһә уллыҡҡа алған ғаиләләр әсәлек (ғаилә) капиталы формаһындағы дәүләт ярҙамына иҫәп тота ала. Аталыҡ капиталы өсөнсө бала тыуғас түләнергә тейеш. Ул әсәлек капиталын тулыландыра. Төп шарт – бөтә балалар ҙа бер ғаиләлә тыуырға һәм тәрбиәләнергә, ә ата-әсә рәсми теркәлгән никахта торорға тейеш. Башланғысты Рәсәй Федерацияһы Йәмәғәт палатаһының Ғаиләгә, әсәлеккә һәм балалыҡҡа ярҙам күрһәтеү комиссияһы рәйесе урынбаҫары Сергей Рыбальченко тәҡдим иткән. Закон проекты демографик хәлде яҡшыртыуға һәм күп балалы ғаиләләргә өҫтәмә матди ярҙам биреүгә йүнәлтелгән. Яңы түләү 2020 йылдан ғәмәлгә инер тип күҙаллана. Рәсәйҙең Йәмәғәт палатаһы ойошторған һорау алыу мәғлүмәттәренә ярашлы, рәсәйҙәр был аҡсаны торлаҡ һатып алыу йәки төҙөлөш йә иһә йортто төҙөкләндереү, балаларҙың юғары профессиналь белеме һәм автомобиль һатып алыу өсөн тотонор ине.