Яйыҡ
-11 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
17 Ноябрь 2019, 12:21

Ҙур спорт сараһы булды

Өфөлә ҙур спорт сараһы башланды: полиция генерал-лейтенанты Артур Әхмәтханов иҫтәлегенә арналған Бөтә Рәсәй милли көрәш турниры уҙҙы.

Сарала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.

“Яҡын дуҫымдың иҫтәлегенә ойошторолған сараны асыу – минең өсөн ҙур мәртәбә. Артур Әхмәтханов бик яҡшы кеше һәм хәрби, иленең, республикаһының ысын патриоты булды. Ул төбәгебеҙҙә милли көрәште үҫтереү, һәр мәктәпкә таратыу өсөн бик күпте эшләне. Был спорт төрөн бик яратты, – тине Радий Хәбиров. – Көрәш менән шөғөлләнгән, уны үҙ иткән малай һәм ҡыҙҙар артабан да артһын ине”.

Бөтә Рәсәй турнирында илдең 13 төбәгенән спортсылар ҡатнаша. Улар араһында Ҡарасәй-Черкес, Мари Иле, Татарстан, Сыуашстан, Ырымбур, Пермь, Сахалин, Свердловск, Ульяновск, Силәбе, Ханты-Манси яҡтарынан килгәндәр бар.

Турнир Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, Артур Әхмәтхановтың исемен мәңгеләштереү маҡсатында үткәрелә.

"Башҡортостан" гәзите төркөменән.
Читайте нас в