Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 07:10

Ғаиләләренә 6,68 миллион һум аҡса биргәндәр

Рәсәй Оборона министрлығы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдинов атып үлтергән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә 6,68 миллион һум аҡса биргән

Рәсәй Оборона министрлығы Байкал аръяғы крайында Рәмил Шәмсетдинов атып үлтергән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләренә 6,68 миллион һум аҡса биргән. Был хаҡта “Новая газета” хәбәр итә.

“Хәрби дәрәжәһенә һәм вазифаһына ҡарамай, һәр ғаилә 6,68 миллион һум аҡса алды. Бөгөнгә капитан Евсеевтың әсәһе генә үҙ өлөшөнә эйә булмаған, сөнки ул күптән айырым йәшәй һәм ҡайҙа торғаны билдәле түгел. Шулай ҙа уның аҡсаһы һаҡлана”, - ти Рәсәй Оборона министрлығының Баш хәрби-сәйәси идаралығы референиты Рөстәм Клупов.

Бынан тыш, ведомство, һәр хеҙмәткәргә, ипотека-торлаҡ кредитында ҡатнашыусы булараҡ, 4,2 – 4,3 миллион һум аҡса түләү мөмкинлеген ҡарай. Шулай уҡ һәләк булғандарҙың кредиттарын иҫәптән төшөрөү буйынса мөрәжәғәт хаты ебәрелгән.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: