Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
18 Ноябрь 2019, 10:11

Теш һурҙырыу уйын эш түгел

Туймазы районында бәләкәс ҡыҙҙың һөт тешен һурҙыртыуы арҡаһында сәләмәтлеге насарайыуы тураһында яҙҙылар. Әйткәндәй, теш алдырыу уйын эш түгел икәнен иҫтән сығарырға ярамай. Ошо арҡала беҙҙә саҡ зыян күрмәнек.

Туймазы районында бәләкәс ҡыҙҙың һөт тешен һурҙыртыуы арҡаһында сәләмәтлеге насарайыуы тураһында яҙҙылар. Әйткәндәй, теш алдырыу уйын эш түгел икәнен иҫтән сығарырға ярамай. Юғиһә, беҙ теш һыҙлай башлау менән тиҙерәк дауаханаға барып, алдыртып ҡына проблеманан ҡотолорға күнеккәнбеҙ. Әммә был эшкә бик етди ҡарарға кәрәк, сөнки теш һурҙырыуҙың аҙағы бик күңелһеҙ ттура килдеамамланған осраҡтар ҙа бар. Йәй айында ҡыҙымдың теше бик һыҙлағас, дауаханаға барҙыҡ. Табип һурҙырырға ҡушты. Креслоға менеп ултырғас, табип баланың укол-фәләнгә аллергияһы бармы-юҡмы икәнен һорашты. "Юҡ" тигән булам, шул мәл ҡасандыр (бәләкәй саҡта бит әле) апельсинға аллергияһы булыуы, һуңғы ваҡыт күҙәтелмәүен бәйән иттем. Табип укол эшләргә тип күтәргән ҡулын шундуҡ төшөрҙө лә, процедура кабинетына барып теште туңдыра торған уколдар - лидокаинға һәм ультракаинға проба эшләргә ҡушты. Әлбиттә, ризаһыҙлыҡ белдереп, теләр-теләмәҫ кенә киттек. Ни өсөн тигәндә, бер сәғәт көтөргә кәрәк, ә баланың теше түҙә алмаҫлыҡ булып һыҙлай. Ике ҡулына проба ҡуйып, көтөргә тура килде һәм беләһегеҙме, баламдың организмы ультракаинға ыңғай реакция күрһәтте. Йәғни теш алдырыр алдынан, ошо уколды ҡуйһалар, аллерия башланып, анафалитик шок кисереүе ихтимал ине. Теш табибына барып, ҡағыҙҙы күрһәттек. Әлбиттә, табиптан да әрләндек, әгәр апельсинға аллерия барлығын әйтмәһәгеҙ, беҙ укол яһап өлгөргән булһаҡ, аҙағы нисек тамамланыр ине, билдәһеҙ, тине. Тағы ла, һуңғы арала заманса, импортлы, тип һаналған ультракаинға күптәрҙең аллергия реакцияһын биреүен әйтте. Шуға ла сит илдеке һәр ваҡытта ла яҡшы, зарарһыҙ тиәнде аңлатмай. Шуға ла балаларының тешен алдыртырға барған ата-әсәләргә әйтер һүҙем, мотлаҡ иң тәүҙә уколдарға проба алдырығыҙ. Балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймайыҡ.. Ә инде зыян күргән Туймазылағы бәләкәскә тиҙерәк һауығып, шәбәйеүен теләйбеҙ.
Читайте нас: