Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 10:52

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Уҙған аҙанала ойошторолған отошта бәхет Марс Исхужин атлы уҙаманға йылмайҙы. Бүләккә ул «E food» кафеһына сертификат алды.

«Аҙна һайын бүләк» акцияһы дауам итә. Уҙған аҙанала ойошторолған отошта бәхет Марс Исхужин атлы уҙаманға йылмайҙы. Бүләккә ул «E food» кафеһына сертификат алды.

Марс Нәғимйән улын районыбыҙҙа күптәр яҡшы беләлер. Заманында ул төбәгебеҙҙең тәжрибәле һәм абруйлы агрономдарының береһе булды бит.

Хеҙмәт юлын ағайыбыҙ «Байрамғол» совхозында агроном вазифаһында башлай, был хужалыҡта ул туғыҙ йыл хеҙмәт итә. Артабан 15 йыл дауамында район хакимиәтенең ауыл хужалығы бүлегендә баш агроном, начальник урынбаҫары вазифаларын башҡара. Ер-кадастр бюроһында директор ҙа булып эшләй. «Ер-кадастр эштәренең атҡаҙанған хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ. Марс Нәғимйән улының хеҙмәт стажы дүрт тиҫтә йылдан артып киткән. Тормошон ергә, уны ҡәҙерләүгә һәм һаҡлауға арнаған шәхес булғаны өсөн хөрмәт итә уны халыҡ.
Читайте нас: