Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 11:52

Әбейҙән аҡсалар ҡойолған

Ғәжәп хәл, Өфө поликлиникаһында 87 йәшлек әбейҙең кеҫәләренән, хатта яғаһынан аҡсалар ҡойола башлаған. 287 мең!!!

Өфө поликлиникаһында пенсионер әбейҙән бер нисә йөҙ мең аҡса ҡойолған


87 йәшлек инәйҙе туҡталышта осратҡандар. Битараф булмаған кешеләр, уның бөтөнләй юғалып ҡалғанын күреп, ашығыс ярҙам саҡыртҡан. Инәй ихлас аралашҡан, ләкин туҡталышҡа нисек килеп сыҡҡанын аңлата алмаған. Шунан уны дауаханаға алып барғандар.


Дауаханала инәй атлайым тип тороп баҫҡан һәм унан ысын мәғәнәһендә 1000-5000 мең һумлыҡ аҡсалар ҡойола башлаған. Бөтәһен дә һанағас, унда 287 мең һум йыйылған.


Баҡтиһәң, инәй ейәне менән йәшәй икән, тегеһе магазинға киткәс, ул барлыҡ аҡсаһын алған да урамға йөрөргә сыҡҡан.


Табиптар аҡсаны төрөп, әбейҙе машина менән өйөнә алып барып ҡуйған.
Читайте нас: