Яйыҡ
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
19 Ноябрь 2019, 10:22

Оҫталыҡ дәрестәре алдылар

Был тормошта уңышлы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Минеңсә, төплө белемле булыу, яҡшы эшкә урынлашыу зарур.

Был тормошта уңышлы булыр өсөн нимә эшләргә кәрәк? Минеңсә, төплө белемле булыу, яҡшы эшкә урынлашыу зарур.

Ҡала-район хакимиәте һәм мәғариф бүлеге лә ошо ҡараштан сығып эш итәләрҙер, моғайын, сөнки шәмбе көнө ойошторолған «Profest-2019» фестиваль-күргәҙмәһе нәҡ ошо талаптарға яуап бирҙе.

Районыбыҙҙа тәүге тапҡыр ойошторолған был муниципаль сара бөгөнгө көндә төбәгебеҙҙә хеҙмәт баҙарында ихтыяж ҙур булған актуаль һөнәрҙәр менән таныштырҙы. Сарала тиҫтәнән ашыу предприятие, ойошма һәм учреждение ҡатнашты. Балалар ижад һарайының тәүге ҡатында эске эштәр бүлеге һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Учалылағы бүлексәһе хеҙмәткәрҙәре 9-сы класс уҡыусыларына оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте.

Мәҫәлән, теге йәки был көтөлмәгән хәлдә, янғын осрағында ниндәй ҡорамалдар ҡулланылыуын, уларҙың нисек эшләүен төшөндөрҙөләр. Гидравлик ҡайсы, ҡотҡарыу маскаһы, кислород, махсус кейемдәр - барыһын да уҡыусылар тотоп, кейеп ҡараны, эшләү рәүеше менән яҡындан таныштылар.

Үҙәк ҡала дауаханаһы хеҙмәткәрҙәре лә фестивалгә ныҡлы әҙерлек менән килгәйне. Урында уҡ теләге булғандарға ЭКГ үтеү мөмкинлеге булдырылды. Муйын һынғанда - корсет, аяҡ-ҡул һынғанда һалына торған шиналарҙың нисек урынлаштырылыуын күрҙеләр, медицина ҡорамалдары менән таныштылар.

«Шатлыҡ» йәмғиәте ойошторған майҙансыҡ сара барышында бер минутҡа ла буш торманы. Өҫтәлдәрҙә теҙелгән һый-ниғмәт һәр кемдең иғтибарын үҙенә йәлеп итте. Оҫта ашнаҡсы бында сүпрәле, шәкәрле ҡамыр әҙерләү ысулдары менән таныштырҙы, уҡыусылар менән бергә бургер, пицца ла әҙерләп, тәмлекәстәрҙе бергәләп биҙәп ҡаранылар, һыйландылар.

С.Низаметдинов исемендәге сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжы майҙансығының эше уҡыу йортоноң эшмәкәрлеге менән таныштырыуҙан тыш, йыр-моң менән тығыҙ үрелеп барҙы. Шул арала ҡулланма-биҙәү сәнғәте бүлеге уҡытыусыһы Әнисә Хажиева менән әңгәмәләштек:

- Беҙҙең колледжда белем алған уҡыусылар артабан юғары уҡыу йорттарына бер ауырлыҡһыҙ уҡырға инә. Ҡул эштәрен белеү тормошта ла бик кәрәк бит, шуға ла беҙҙә алған багаж студенттарыбыҙға ғүмер буйы кәрәк була.

Әлеге ваҡытта беҙ келәм, балаҫтар баҫыу менән шөғөлләнәбеҙ, төрлө күргәҙмә-ярыштарҙа оҫталыҡтарыбыҙҙы камиллаштырабыҙ, - тип таныштырҙы шөғөлдәре менән Әнисә Әнүәр ҡыҙы.

Ҙур ҡыҙыҡһыныу менән бер майҙансыҡтан икенсеһенә йөрөүсе ҡыҙ-малайҙар менән аралашырға ла мөмкинселек тыуҙы. Үҙҙәре менән танышабыҙ. Мәҫкәү мәктәбенән, мәҫәлән, класс етәкселәре Гөлшат Лоҡманова менән дүрт уҡыусы килгән. Уларҙың береһе Венера Ғатауллина:

- Мин киләсәктә эске эштәр бүлегендә эшләргә хыялланам. Форма кейеп, һәр саҡ йыйнаҡ, ыҫпай йөрөүҙәре оҡшай. Бәлиғ булмағандар менән йәки наркотиктарға ҡаршы көрәш бүлегендә эшләргә теләгем бар, - тип, ҡыйыу пландары менән уртаҡлашты алсаҡ ҡыҙыҡай.

Ә бына Ахундан килеүсе Аделина Ғәфүрова менән Азалия Ғайсина киләсәктә кем булырҙарын әлегә аныҡ ҡына билдәләмәгән. Бәлки, нәҡ ошо сара беҙгә ярҙам итер ҙә инде ти уҡыусылар.

Килмәк мәктәбенән Самат Ғәйфуллин менән Рузель Джафаров саранан бик ҡәнәғәттәр. Егеттәргә бигерәк тә ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге һәм электроника, схемалар менән бәйле заманса майҙансыҡтар оҡшаған икән.

Фестиваль был көндө предприятие-ойошмаларҙа, уҡыу йорттарында ла уҙҙы. Тау сәнәғәте колледжы уҡыусыларға был уҡыу йортонда ниндәй һөнәрҙәр үҙләштереп булыуын аңлатты һәм оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.

Сарала актив ҡатнашыусы район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко билдәләүенсә, әгәр ҙә был сарала уҡыусылар киләсәктә ниндәй юл менән барасаҡтарын бер аҙ булһа ла төҫмөрләһәләр, саранан дәртләнеп, пландар ҡороп ҡайтһалар, тимәк, «Profest-2019» фестивале үҙ маҡсатына иреште тигән һүҙ. Бик мәслихәт!

Эйе, оҡшаған һөнәр менән шөғөлләнеү һәр кемдең күңеленә һиллек бирә.

Читайте нас: