Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
21 Ноябрь 2019, 17:27

Иң яҡшы ҡаласыҡ билдәләнәсәк

Республика Хөкүмәтенән Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы башланыуы тураһында хәбәр иттеләр.

Республика Хөкүмәтенән Башҡортостанда Яңы йыл алдынан «Иң яҡшы яңы йыл ҡаласығы» конкурсы башланыуы тураһында хәбәр иттеләр. Быйыл биләмәләрен төҙөкләндереү буйынса конкурста ҡатнашыусылар 500 мең һумлыҡ бүләк алыу өсөн ярышасаҡ.

Конкурс 10 декабрҙән ҡала округтары һәм ауыл биләмәләре араһында ойошторола.

Комиссия байрам ҡаласыҡтарының биҙәлешен, яҡтылыҡ элементтарын, иллюминацияларҙы, яңы йыл шыршыһының байрамса биҙәлешен, скульптура композицияларын, боҙ һындарҙы, әкиәт персонаждарын, ҡар тауҙарын баһалаясаҡ.

Конкурсҡа йомғаҡ 2020 йылдың 19 ғинуарына тиклем яһаласаҡ, тип планлаштырыла.

Иң яҡшы яңы йыл ҡаласыҡтары урынлашҡан муниципаль берәмектәрҙең хакимиәттәренә аҡсалата премия тапшырыу күҙаллана: беренсе урын — 500 мең, икенсе урын — 200 мең, өсөнсө урын — 150 мең һум. Бүләк фонды муниципаль берәмекте төҙөкләндереүгә йүнәлтеләсәк.

Ҡала-районыбыҙ был ярышта һынатмаҫ, Яңы йыл алдынан яҡташтарға сихри ҡаласыҡ бүләк итерҙәр, тигән өмөттәбеҙ.
Читайте нас: