Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
25 Ноябрь 2019, 13:01

Шайморатов ордены булдырыласаҡ

Оҙаҡлмай Миңлеғәли Шайморатов исемендәге орден барлыҡҡа киләсәк, тип хәбәр итәләр.

Башҡортостан депутаттары яңы ордендар һәм исемдәр буйынса закон проекттары ҡарарға йыйына. Беҙҙә тиҙҙән Миңлеғәли Шайморатов һәм Григорий Аксаков исемендәге ордендар барлыҡҡа киләсәк.




Шайморатов орденын үҙ ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, йәмғиәттә тәртип һаҡлау, кешеләрҙе ҡотҡарыу, хәрби, гражданлыҡ, хеҙмәттәге бурысын үтәү өлкәһендә ҡаһарманлыҡ ҡылыусыларға биреү күҙаллана.




Өфөнөң тәүге губернаторы Григорий Аксаков ордены дәүләт, ижтимағи, хәйриә эшмәкәрлеге менән маҡтау ҡаҙанған шәхестәргә тапшырыла.


Яңы исем йә наградаларға килгәндә, тағы ла "За трудовую доблесть" миҙалы, "Заслуженный спасатель Республики Башкортостан", "Заслуженный предприниматель Республики Башкортостан", "Заслуженный работник IT-индустрии Республики Башкортостан" һәм "Заслуженный работник нефтяной и газовой промышленности Республики Башкортостан" маҡтаулы исемдәрен булдырыу ҡарала.

"Йәшлек" гәзите
Читайте нас: