Билдәле булыуынса, 1 декабрҙә Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө билдәләнә. Шул уңайҙан Рәсәйҙә "Туҡта ВИЧ/СПИД" акцияһы иғлан ителде. Ул 25 ноябрҙән 1 декабргә тиклем дауам итәсәк.
Акция барышында лекция, семинарҙар үтәсәк, һәр кем "Үҙ статусыңды бел" акцияһына ҡушылып, бушлай тикшерелеү хоҡуғы аласаҡ.
Акция барышында ВИЧ инфекцияһына аноним рәүештә анализ тапшырырға ла мөмкин. Мөрәжәғәт иткән һәр кешегә консультация бирелә. Шулай уҡ ВИЧ-инфекцияһы һәм СПИД, ВИЧ менән зарарланыу хәүефе тураһында белгестәр менән кәңәшләшергә, инфекцияны иҫкәртеү буйынса әҙәбиәт алырға була.