Шулай итеп Яңы йыл каникулдарында хәмер һатыуҙы сикләйҙәр.
Республика хөкүмәте ғинуар байрамдарында иҫерткес эсемлектәр һатыуҙы сикләргә ҡарар итте.
3 ғинуарҙа алкоголь бөтөнләй һатылмай, ә 4, 5 һәм 6 ғинуарҙа уны иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем генә һатып алырға мөмкин.
Ҡоролтай закон проектын әҙерләгән дә инде. Ә бынан алда байрамдарҙа хәмер һатыуҙы сикләүгә бәйле барлыҡ проекттар ҙа ҡабул ителде.
Каникул көндәрендә эскелек проблемаһын Радий Хәбиров октябрҙә үк күтәреп сыҡҡайны.
«Беҙҙә ун көн каникул. Күп кенә ғаиләләр иҫ-аҡылын юйғансы эсә башлар. 31 декабрҙә шешәгә йәбешерҙәр, ә ғинуарҙа беҙ уларҙы «йыйырбыҙ». Ошо ун көндә хәмер һатыу йәһәтенән аныҡ саралар күрергә әҙермен. Был сара популяр түгел, ләкин һабантуйҙарҙа, ҡайһы бер байрамдарҙа индергән тәжрибәбеҙ бының һөҙөмтәле булыуын күрһәтте», - тигәйне ул шул саҡта.