Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 16:42

31 декабрь ял итәсәкбеҙме?

Дәүләт Думаһы депутаттары 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы

Дәүләт Думаһы депутаттары 31 декабрҙе ял көнө итеү идеяһын хупланы. Йылдың һуңғы көнөндә ял итергә мөмкин, ләкин байрам көндәренең дөйөм һанын һаҡлау шарты менән, тип аңлатма бирҙе идеяға Дәүләт Думаһының Хеҙмәт һәм социаль сәйәсәт буйынса комитеты етәксеһе Ярослав Нилов (ЛДПР).


«Риа Новости» хәбәр итеүенсә, бынан алда Томск өлкәһе губернаторы Сергей Жвачкин ҡатын-ҡыҙҙарҙың үтенесе буйынса 31 декабрҙәге эш көнөн шәмбе, 28 декабргә күсерҙе. Төбәк башлығы бындай ҡарарҙы Яңы йыл байрамына әҙерләнеүҙең төп ауырлығы ҡатын-ҡыҙҙарға төшөүе менән аңлатты. Уны Дәүләт Думаһының Ғаилә, ҡатын-ҡыҙҙар һәм балалар мәсьәләләре буйынса комитеты етәксеһе Тамара Плетнева хупланы (КПРФ).



«Байрам көндәренең дөйөм һанын һаҡлап, 31 декабрҙе ял көнө итергә кәрәк ине тип иҫәпләйем. 31-ендә кешеләр эштә нимә менән шөғөлләнә: отпуск йәки үҙ иҫәбенә ял алмаған булһалар, киләләр. Эш көнө икән, сифатлы эш юҡ. Бер етди мәсьәләне лә хәл итеп булмай, сөнки бөтәһенең дә байрам», — тип Ярослав Ниловтың һүҙҙәрен килтерә РИА.

Депутат билдәләүенсә, төбәктәрҙең үҙ субъекттарында ошондай ҡарар ҡабул итергә хоҡуғы бар, атап әйткәндә, төньяҡ төбәктәрҙә йома көндө — ҡатын-ҡыҙҙар өсөн махсус эш режимы.

Читайте нас: