Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 11:49

"Алтын урта"ны табып була

Тәү күреүҙән зар иларлыҡ видеояҙмалар ваҡыты-ва-ҡыты менән интернетта сы-ғып тора. Илсеғол яҡтарында сабынлыҡ-көтөүлектәрҙе сәнәғәтселәр юҡҡа сығара, ултыраҡтарҙың тирә-яғы килбәтһеҙ ҡиәфәткә килте-релгән һәм башҡа аһ-зарҙар.

Тәү күреүҙән зар иларлыҡ видеояҙмалар ваҡыты-ва-ҡыты менән интернетта сы-ғып тора. Илсеғол яҡтарында сабынлыҡ-көтөүлектәрҙе сәнәғәтселәр юҡҡа сығара, ултыраҡтарҙың тирә-яғы килбәтһеҙ ҡиәфәткә килте-релгән һәм башҡа аһ-зарҙар.

Лицензиялары

бар уларҙың

Эйе, был тарафта эш ҡай-най. Дәүләт биргән лицензи-яға ярашлы. Был рөхсәт ҡу-лдан-ҡулға күсеп килә, ти. Әле «Алтын Яр» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте ныҡлап тотонған. 2015 йылда ойош-торолған тау эштәре компа-нияһы, Учалы районында теркәлгән. Берәй сәбәп менән компания бында эшмәкәр-лекте туҡтатһа, лицензияны Мәскәү барыбер икенсе сәнә-ғәтселәргә бирәсәге көн кеүек асыҡ. Тирә-йүндә беҙҙең ер-ҙәр, тип үҙебеҙҙе-үҙебеҙ ал-дамайыҡ инде, бөтә ер мөн-әсәбәттәрен федераль закон-дар хәл итә әлеге мәлдә.

«Лицензия разведкаға ғы-на бирелгән, ә улар ятҡылыҡ-ты үҙләштерә башланы!» - тигәнде лә ишеттек. Яңылы-шалар икән, лицензия «Үрге Мейәс сәсмә алтын ятҡылы-ғын тикшереү, разведкалау һәм табыу» өсөн бирелгән.

Сабынлыҡтар

кәмене

- Беҙҙең ауылдар тирәһен-дә алтын борон-борондан табылған, әлеге ғауға улты-раҡҡа терәтеп эшмәкәрлек йәйелдереү арҡаһында ҡуп-ты, - ти урындағы кешеләр.

Бер яҡтан, көтөүлек-сабын-лыҡ ерҙәре кәмеүгә борсол-һалар, икенсе яҡтан эколо-гия мәсьәләһе ҡурҡыта. Аң-лауыбыҙса, көтөүлек тигән майҙандар - дәүләт урман фонды ерҙәре. Йәғни, рөхсәт ҡағыҙҙары юҡ икән, «көтөүл-егебеҙ» тип атауы ла икеле...

- Ауыл хужалығы ерҙәре менән беҙҙә ҡытлыҡ юҡ, - ти урындағы хакимиәт башлығы Зәлифә Әбшәһитова. - Һуңғы ике йылда күп тигәндә 5-6 ке-ше сабынлыҡ һорап килгән-дер, ғаризалары ҡәнәғәтлән-дерелде, ер алдылар.

Әле эш иткән дәүләт урман фонды ерҙәрендә ҡаҙыныу өсөн урында йөмәғәт фекере алышыуҙы (публичные слуша-ния) ойоштороу талап ителмәй икән. Киләсәктә ауыл хужалы-ғы ерҙәрендә (ултыраҡтарҙан ситтә) лә эш итәсәктәр, ти-мәк, урындағы халыҡ менән аңлашырға тура киләсәк әле. Хәйер, компания етәкселеге «алтын урта» табырға тыры-ша. Ауыл халҡы йыйынында ҡатнашып, ултыраҡҡа яҡын килмәйенсә эш алып барырға вәғәҙә иткәндәр икән.

Ә ерҙәрҙең өҫтө-аҫҡа аҡта-рылыуына директор Рәүеф Хәкимов ошондай яуап бирҙе:

- Тейешле инстанциялар тарафынан раҫланған план буйынса, «Күмәс» ерлегендә рекультивация үткәреү -карь-ер ситтәрен тигеҙләү, ҡара тупраҡ түшәү, үлән сәсеү) өсөн киләһе йылдың июль айына тиклем ваҡыт билдәләнгән. Өлгөрөрбөҙ, тип уйлайым. Был тирәлә ағын һыу ятҡылы-ғы ҡаласаҡ, янғын һүндереү автомобиле һыу алырлыҡ ша-рттар булдырыуҙы ла хәстәр-ләйәсәкбеҙ. Беҙ Илсеғол ауыл Советы биләмәләрендә оҙаҡ ваҡыт эшләргә йыйынабыҙ, урындағы халыҡ менән аңла-шып, үҙ-ара файҙаға эш итеү беҙҙең дә мәнфәғәттә.

Бөгөнгө көндә алтын та-быуҙа терегөмөш бөтөнләй тыйылған. Рәүеф Хәкимов, был металды бөтөнләй фай-ҙаланмайбыҙ, тип өҙә әйтте. Әммә, тау эштәре барғанда һирәк-һаяҡ амальгама (терегөмөш менән башҡа металл ҡатнашмаһы) күренеп ҡала, ти. Шундуҡ тейешле урынға тапшыралар, ти. Урындағы ҡайһы-бер кешеләр, элекке заманаларҙа терегөмөш ме-нән бысратылған тоҡомдар аҫта күмелеп яталар ине, хә-ҙер өҫкә ҡалҡытҡас, йәнә зыян килтерәлер, тип хафалана. Са-ма менән генә ниҙер төҫмөр-ләп булмай. Шөбһә бар икән, тейешле инстанцияларға мө-рәжәғәт итеп, фәҡәт ғилми тикшереүҙе юллар кәрәктер.

Кемдәр ҡаҙына

икән һуң?

Иң аптыратҡаны һәм һа-ғайтҡаны: «Алтын Яр» дирек-торы үҙҙәренә лицензия ме-нән берктелгән майҙандар-ҙа «ҡара алтын табыусылар» эшмәкәрлеге тураһында әй-теп үтте. Йәғни, кемдер рөх-сәт алмайынса (һәм, тәбиғи, экология ҡануниәтен бөтөн-ләй күҙәтмәйенсә!) зиннәтле металды кәсеп итеү менән шөғөлләнә, ти - был хаҡта хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иттек, тип тә бел-дерҙе. Ниҙер асыҡланһа, өҫ-тәмә рәүештә хәбәр итербеҙ. Юғиһә, ауыл кешеһе рөхсәт йүнәтмәйенсә кәбән аҫтына ҡайын киҫеп һалһа ла яуапҡа тарттыралар - ә бында алтын тураһында һүҙ бара!

Ҡеүәтле сәнәғәт предприя-тиеһы эшләүе урындағы ха-лыҡтың да мәнфәғәтендә. Предприятие штатында 70-ләп кеше, шуның өс тиҫтәһе - бер ултыраҡҡа уҡмашҡан Илсеғол, Мулдаҡай, Орловка уҙамандары. Ҡалған эшселәр-ҙең дә төп өлөшө - фәҡәт уча-лылар. Шул иҫәптән, элек Се-берҙә эшләп тамаҡ аҫраған ир-ат та ҡайта башлаған, ти. Алдан әҙерләнмәгән, урамда осраҡлы рәүештә туҡтатҡан бер-ике кешенән һораштыҡ - эш шарттары менән дә, эш хаҡтары менән дә һәләк тә ҡәнәғәттәр. Ауыл Советы ха-кимиәте башлығы Зәлифә Әбшәһитова ла, алтын сәнә-ғәтселәре һәр яҡлап ярҙам итеүҙәре тураһында бәйән итте. Мәҫәлән, мәктәптә, ба-лалар баҡсаһында билдәле ремонт башҡарылған, хәҙер амбулаторияға ла сират етә һәм башҡа. Эйе, ике яҡтың да теләге булһа, «алтын ур-та»ны һәр саҡ табып була!

Илфат ЯНБАЕВ.
Читайте нас: