Ысын булған хәл, танышым һөйләне. Боронғолар эңер еткәс йоҡларға ярамай, сүплектәр, ҡый-ҡыпырлы урындарҙа йоҡларға ярамай, тип белмәй әйтмәгән. Бер кеше көтөү көтөп йөрөгәндә, арып йоҡлап киткән. Йоҡоһонан уянһа, үҙен алыштырып ҡуйғандармы, ни тиҙәр. Өйөнә ҡайтҡас, яҡындары уның сәйер ҡыланышына иғтибар иткәндәр, тик-томалға имәнес итеп ҡысҡыра, йә һөйләшмәй, ти.Минең артымдан оҙон буйлы, ҡара ҡалпаҡ, плащ кейгән кеше йөрөй, үҙе менән саҡыра, бау һуҙа, тип һөйләй. Хатта был кеше торған урынынан йығылып-йығылып китер булған. Ошо плащлы әҙәм мине күтәреп бәрә, тигән. Яҡындары аптырашҡа ҡалған, башы менән берәй хәл булғандыр, тип дауаханаға алып баралар, әммә табиптар бер ауырыуҙа тапмайҙар. Һау-сәләмәт, тип ҡайтаралар. Көндән-көн һарғая, кибә, хәле насарая башлағас, имсегә алып баралар. Был имсе шундуҡ ни хәл икәнен аңлай, һиңә зәхмәт ҡағылған, ти. Көтөү көткән ерҙә йоҡлаған урынында. Көн һайын һинең йәнеңде алырға килә, үлтермәйсә ҡуймаясаҡ, тип әйтә. Зәхмәттең ниндәй ҡиәфәттә булыуына тиклем һүрәтләп бирә. Бик оҙаҡ өшкөрөлөргә тура килә, әммә зәхмәт китергә ашыҡмай. Өйҙәренә килеп, тәҙрәнән ҡарап та торған, тип һөйләй. Бер нисә айҙан һуң ғына хәле яҡшыра башлай, теге нәмә күҙенә күренмәй башлай. Шулай итеп саҡ үлемдән тороп ҡала. Ышанмаҫ ерҙән ышанырһың шундай хәлдәрҙән һуң ен-зәхмәтенә.