Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 12:44

Машина отҡан

Нефтекама ҡалаһында йәшәүсе Дмитрий Нуриев YouTube каналы үткәргән конкурста ҡатнашып, 80 мең кеше араһынан Chevrolet Camaro автомобилен отҡан. Беләһегеҙ килһә, был автомобилдең хаҡы ла "йомро" ғына - өс миллион һумдан ашыу тора. Әлбиттә, бүләк өсөн һалым да түләргә тура киләсәк, шуға ҡарамаҫтан егет отоштан бик ҡәнәғәт булыуын йәшермәй.

Даланлы егет YouTube каналы үткәргән конкурста ҡатнашып, 80 мең кеше араһынан Chevrolet Camaro автомобилен отҡан. Дмитрий Нуриев конкурс ойоштороусыларының видеохостингы ҡулланыусыһы булып тора. Лотереяның "бәхет ҡошо" нәҡ Нефтекама егетенә насип була. Бәхетле егеткә отошто тапшырғас, ул тыуған ҡалаһына яңы автомобилендә яҡшы ғына ҡайтып етә һәм фотоотчет һала.


Читайте нас: