Яйыҡ
-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
26 Ноябрь 2019, 12:27

Өс миллион аҡсаһы булған:

Ике улы менән юғалған Артем Мазовтың банктағы иҫәбендә өс миллион һум аҡсаһы барлығы асыҡланған.

Ике улы менән юғалған Артем Мазовтың банктағы иҫәбендә тикшереүселәр өс миллион һум аҡса тапҡан. Был тиклем аҡса ҡайҙан килгән һуң? Күҙалланыуынса, был – ата-әсәһе туйға тиклем үк уға бүләк иткән фатирҙы һатыуҙан килгән табыш. Ирҙең яҡын танышының һүҙҙәренсә, Мушников урамындағы фатирын Мазов йыл ярым элек, яңыһын алырҙан алда һатҡан.Тағы ла ул эш хаҡының бер өлөшөн банкка һалып барған. Нимәгә аҡса йыйғандыр ир – билдәһеҙ. Һәр хәлдә, ҡасыр өсөн түгелдер, сөнки юғалыр алдынан ул ҡабалан, уйламай сығып киткәнгә оҡшаған.

Әлеге мәлдә, боҙ туңған ваҡытта, уларҙы эҙләү туҡтатылып торҙо. Шулай ҙа Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы йәмәғәтселектең ярҙамына өмөт итә. Тәртип һаҡсылары ир һәм уның балалары хаҡында ниндәй ҙә булһа файҙалы мәғлүмәт биргән кешегә 500 мең һум аҡса вәғәҙәләй.

"Башҡортостан" гәзите
Читайте нас: