Республикала ашығыс медицина ярҙамында эшләгән табиптар, стажға ҡарап, ай һайын хеҙмәт хаҡына 7 мең һумдан ашыу өҫтәмә ала башлай. 2020 йылдан ашығыс ярҙам фельдшерҙарына – биш, ә водителдәренә өс мең һум түләнә. Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин бөгөн Өфө ашығыс медицина ярҙамы станцияһында уҙған күсмә «Һаулыҡ һаҡлау сәғәте»ндә тиҙ ярҙамда эшләгән табиптарҙың уртаса хеҙмәт хаҡы, стажға, эш күләменә һәм башҡа факторҙарға ҡарап, 60 мең һумдан ашыуыраҡ буласағын белдерҙе.