Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
28 Ноябрь 2019, 16:12

Декабргә һауа торошо

Гидрометүҙәктең рәсми мәғлүмәтенә ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда ҡыш уртаса һыуыҡ була.

Башгидромет мәғлүмәте буйынса, алдағы өс көндә, 28 ноябрҙән 30-ына тиклем, Башҡортостан биләмәһендә яуым-төшөм көтөлмәй, ел көньяҡтан, көньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -6,-11, урыны менән -13,-18, көндөҙ -2,-7 градус була.


world-weather.ru мәғлүмәттәренә ярашлы, 1-14 декабрҙә температура көндөҙ -3,-8, төндә -3,-13 градус тәшкил итә. Был көндәрҙә бер аҙ ҡар яуыуы мөмкин.


15 декабрҙән 21-енә тиклем һыуыта: көндөҙ -9,-13 градус, төндә -15,-18 градусов. Һуңынан, 22 декабрҙән 31-енә ҡәҙәр, һауа температураһы көндөҙ -7,-12, төндә -12,-17 градус була.


Башҡортостанда 2019 йылдың декабренә һауа торошо оҙайлы прогноз һәм уҙған йылдарҙағы статистика мәғлүмәттәре нигеҙендә төҙөлгән.


Гидрометүҙәктең рәсми мәғлүмәтенә ярашлы, 2019-2020 йылдарҙа Башҡортостанда ҡыш уртаса һыуыҡ була. Температура режимы норманан бик ныҡ айырылмай, әммә ғинуарҙа ҡаты һыуыҡтар булыуы ихтимал. Ғәҙәттәгесә, республика халҡы өсөн иң һыуыҡ ай – ғинуар.

Читайте нас в