РФ Оборона министрлығы хәбәр итте: бөгөн кис Рәсәй халҡы шағит булған күк йөҙө күренеше ракета осҡанда барлыҡҡа килә.Әстерхан өлкәһенең "Капустин Яр" полигонынан РС-12М "Тополь-М" ҡитға-ара баллистик ракетаһы осорғандар. Уның күнекмә хәрби өлөшө Ҡаҙағстандағы "Сары-Шаган" полигонындағы сәпкә уңышлы барып төшкән.