Яйыҡ
-3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:08

Ҡобағош айыҡ тормош яҡлы

Учалы район хакимиәтендә «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсында районыбыҙҙы яҡлаясаҡ ауылды һайланылар. Ултырышҡа ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылғайны был көндө.

Учалы район хакимиәтендә «Айыҡ ауыл - 2019» республика конкурсында районыбыҙҙы яҡлаясаҡ ауылды һайланылар. Ултырышҡа ауыл хакимиәттәре башлыҡтары, йәмәғәт ойошмалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре саҡырылғайны был көндө.

Белеүегеҙсә, конкурс ике этапта үтә. Беренсеһе райондар араһында 10 апрелдән 31 авгусҡа тиклем барҙы. Икенсеһендә, республика этабында, муниципаль райондар еңеүселәре һынау тота. Айыҡ тормошҡа әйҙәүсе бәйгелә аҡсалата бүләктәр ҡаралған. Еңеүселәр республика Хөкүмәте дипломдары һәм аҡсалата премия менән бүләкләнәсәк: беренсе урынға - 500 мең, икенсегә - 250 мең, өсөнсөгә - 150 мең һум. Был сумманы халыҡ ауылды тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, кәрәкле йыһаздар алыуға тотоноу хоҡуғына эйә.

Бынан тыш, финалға сыҡҡан ун ауыл 30-ар мең һум матди ярҙам аласаҡ. Шулай уҡ ойоштороу комитеты айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалаған район хакимиәте, ауыл биләмәһе етәкселәре, мәктәп директорҙары, уҡытыусылар, журналистар, пенсионерҙар, мәҙәниәт, спорт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар. араһында егерме әүҙемсене билдәләйәсәк, уларға Хөкүмәт дипломдары, унар мең һум премия биреләсәк. Конкурсты ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән берлектә Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте, муниципаль райондарҙың хакимиәттәре, ғаилә һәм хеҙмәт, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлыҡтары, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сығыш яһай. Бәйгенең төп маҡсаты - кеше күңелендә үҙенең һәм яҡындарының сәләмәтлегенә ҡарата иғтибар тыуҙырыу, сәләмәт тормош рәүешен про-пагандалау, ауылдарҙа эскелеккә ҡаршы көрәш ойоштороу, бар ерҙә аңлатыу эштәре алып барыу һәм башҡа.

Алдан яҙған инек инде, муниципаль этапта районыбыҙҙан өс ауыл ҡатнашырға теләк белдерҙе - Ҡобағош, Ҡорама, Ильинка. 19 ноябргә тиклем «Райондың иң айыҡ ауылы» исеменә дәғүә итеүселәр спиртлы эсемлектәр эсеүгә ҡаршы көрәш, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш ине. Ултырышта ошо өс ауыл биләмәләре башлыҡтары ауылдарҙың тарихы, халҡы, үткәрелгән саралар, өмәләр тураһында бәйән итте. Ойоштороу комитеты конкурстың тәүге этабына йомғаҡты презентация эштәре буйынса баһаланы. Сығыштарҙан һуң күпселек тауыш менән «Айыҡ ауыл» республика этабына Ҡобағош ауылы һайланды.

Ҡобағош - бай тарихлы ауыл. Тәбиғәттең хозур ерендә урынлашҡан. Ауыл бәләкәй генә булыуға ҡарамаҫтан, оло йөрәкле, ябай, ҡунаҡсыл, дәртле, күңелдәре бай халыҡ йәшәй. Һәр береһе эшсән, тырыш, иң мөһиме - сәләмәт, айыҡ тормош яҡлы. - Беҙҙә һәр кем дәртләнеп һәм сәмләнеп донъя көтә. Кемделер өгөтләргә кәрәкмәй, тик ойоштороу ғына булһын. «Айыҡ ауыл» акцияһына ҡушылырға тәҡдим иткәс, ауылдаштар шунда уҡ риза булды. Бының өсөн беҙҙә уңайлы шарттар етерлек. Иң мөһиме - халыҡ эскелеккә бирелмәгән, һәр кем үҙенсә донъя көтөргә тырыша, эшен таба, йүнен күрә, - тине Миндәк ауыл хакимиәте башлығы Зөлфиә Ишмаметьева.

Күмәкләшеп, бер уйҙан, уртаҡ теләктән изге эшкә тотонғандар икән, тимәк, ҡобағоштарҙың «Айыҡ ауыл» конкурсында еңәсәгенә ышанысы ҙур. Ышаныстан да бигерәк теләктәре көслө. Афарин, шулай дауам итегеҙ!
Читайте нас: