Яйыҡ
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
29 Ноябрь 2019, 11:04

Тыуым кәмей

2019 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 31 654 бала тыуған. Уларҙың 11 584-е - беренсе, 11 810-ы - икенсе бала, 5,8 меңдән ашыуы өсөнсө бала.

2019 йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 31 654 бала тыуған. Уларҙың 11 584-е - беренсе, 11 810-ы - икенсе бала, 5,8 меңдән ашыуы өсөнсө бала.

Ғаиләләрҙә 1,5 меңдән ашыу сабый – дүртенсе, 900-гә яҡыны бишенсе һәм артабанғы бала булып донъяға килгән.

Иң күп балалар Туймазы (976), Өфө (864) һәм Белорет (817) райондарында тыуған.Ҡала округтарына килгәндә, ғәҙәттәгесә, Өфө тыуым буйынса алдынғылыҡта – 9 151 бала. Стәрлетамаҡта – 2 048 сабый, Нефтекамала – 1 110.

Шулай уҡ, быйылғы йылдың туғыҙ айында Башҡортостанда 36 883 кеше вафат булған, уларҙың 19 264-е – ир-егеттәр, 17 619-ы – ҡатын-ҡыҙҙар. Башстаттан хәбәр итеүҙәренсә, республикала үлгәндәрҙең дөйөм һанынан 27 888-е – эшкә һәләтле йәштән өлкән, 8 576-һы – иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ.

Сағыштырыу өсөн: 2018 йылдың ғинуар-сентябрендә Башҡортостанда 35 560 бала тыуған, 38 205 кеше вафат булған.
Читайте нас: