Яйыҡ
-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
On-line яңылыҡтар
2 Декабрь 2019, 16:06

22 градусҡа тиклем һыуытасаҡ

Алдағы көндәрҙә республикаса 22 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртә синоптиктар.

Алдағы ике көндә республиканың айырым райондарында 22 градусҡаса һыуыта, тип иҫкәртә Башгидромет.


Республика синоптиктары мәғлүмәте буйынса, бөгөн Башҡортостанда йылы була. Көндөң аяҙлы-болотло булыуы фаразлана. Беҙ аҙ ҡар яуа, юлдарҙа боҙлауыҡ, ҡар. Ел көньяҡ-көнбайыштан, көнбайыштан – секундына 7-12 метр.


Һауа температураһы көндөҙ – 1-9 градус һалҡын.


3 декабрҙә синоптиктар урыны менән ҡар яуа тип вәғәҙәләй. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.


Һауа температураһы төндә – 12-17 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 22-гә тиклем. Көндөҙ – 8-13 градус һалҡын.


4 декабрҙә лә урыны менән бер аҙ ҡар яуыуы көтөлә. Ел көньяҡтан, көньяҡ-көнбайыштан талғын.


Һауа температураһы төндә – 12-17 градус һыуыҡ, аяҙытҡанда минус 22-гә тиклем. Көндөҙ – 8-13 градус һалҡын.

Читайте нас: