Хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәренең белдереүенсә, һыуыҡтар башланыу менән эҙләү биләмәләре тарая төшкән. Биш йәшлек Слава һәм һигеҙ йәшлек Ильяны, уларҙы алып ҡасҡан аталары Артем Мазовты Калинин районындағы урман һыҙаттарында, баҡсасылыҡ ширҡәттәрендә эҙләү эше көсәйтелгән.
”Әгәр ҙә улар иҫән-һау булһа, бындай шарттарҙа оҙаҡ йәшенеп йөрөй алмаясаҡтар. Был тирәлә ташландыҡ өйҙәр, баҡсалар етерлек, әле бөтә көстө шундағы биләмәләрҙә эҙләү эшенә бирәбеҙ“, - ти хеҙмәткәрҙәр.
Көн һайын иртә менән егерме кешенән торған төркөм эҙләү эшенә тотона.